8 декабрь, Кесе йома

27 август 2012 йыл, 15:02

Йәрмәкәй районы «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә еңеүсе булды

автор: Әлим Фәйезов

Йәрмәкәй районы 25 августа үткән «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә еңеүсе булды. Ул «Йәрминкәлә ҡатнашҡан муниципаль районды иң яҡшы һәм тулы кимәлдә яҡтыртҡаны өсөн» номинацияһында 1-се урын яулап, күсмә Кубокка эйә булды. Өфө ҡалаһы ҡала округы район делегацияһын диплом менән тәбрикләне һәм бүләк сертификаты тапшырҙы. Райондың утыҙлап умартасыһы баш ҡалаға 23 центнерҙан ашыу татлы продукт килтергән.

Йәрминкәгә республика Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы менән бергә Рөстәм Зәки улы райондың сауҙа рәттәрен ҡарап сыҡты, умартасылар менән аралашты.

Умартасылар династияһы – Фәттәховтар ғаиләһе конкурста 4-се урын яулап, «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Шулай уҡ Фәттәховтарҙың бәләкәй улы Динар VI «Йәш умартасы» республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатын алды. XII республика умартасылар конкурсында ҡатнашҡан иң оло кеше Таһирйән Дәүләтгәрәевҡа Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.