11 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2012 йыл, 12:58

Өфөлә йәшәгән һәр эшһеҙгә икенән ашыу вакансия тура килә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан баш ҡалаһында әлеге ваҡытта рәсми рәүештә теркәлгән 7400-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенә икенән ашыу буш эш урыны тура килә. Бөгөн Өфөнөң вакансиялар банкында 17400 эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.

«Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,33 процентҡа тиң. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,45-кә тиң. 2012 йылдың ғинуар аҙағында был күрһәткес 0,84-кә тиң ине.

Әлегә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә йәмғеһе һигеҙ меңгә яҡын кеше иҫәптә тора. Уларҙан 300 кеше хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыуын дауам итә.