3 декабрь, Шәмбе

27 август 2012 йыл, 11:39

Башҡортостан Президенты «Сәскәләр Арбаты» байрамын ҡараны

автор: Розалия Вәлиева | фото: Александр Данилов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25, 26 августа Өфөнөң Ленин урамында үткән «Сәскәләр Арбаты» байрамында булды. Республика башлығы бында тәҡдим ителгән сәскәләр композицияларын ҡараны, артистар һәм тамашасылар менән аралашты.

Ленин урамында белем биреү, медицина учреждениелары, дөйөм туҡланыу предприятиелары үҙҙәренең экспозицияларын булдырған, концерт номерҙары әҙерләгән. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында Рөстәм Сөләймәнов етәкселеге аҫтында Милли симфоник оркестр сығыш яһаны.

«Сәскәләр Арбаты»нда эшҡыуарҙар үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте, белем биреү үҙәктәре программалары хаҡында һөйләне, шулай уҡ төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

— Сәскәләр көнө ҡала халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, «Сәскәләр Арбаты» идеяһын улар дәррәү күтәреп алды, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ленин урамын йәйәүле итеү йәһәтенән тәүге бындай сараны 12 июндә үткәргәйнек, ул «Оҫталар ҡалаһы» тип аталды. Бындай тематик байрамдарҙы йышыраҡ ойошторорға планлаштырабыҙ. Уларҙа Өфөнөң һәм республиканың барлыҡ ижади кешеләрен ҡатнашырға саҡырам. Яҡын арала көҙгө йәрминкәләр үткәреүгә айырым баҫым яһаясаҡбыҙ. Уларҙың береһен Ленин урамында үткәрербеҙ, моғайын.

— Сәскәләр байрамы үткән йылдарҙа һәр районда ойошторола торғайны, быйыл уны дөйөм ҡала кимәлендә үткәрергә булдыҡ, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. – Көн болотло һәм ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, «Сәскәләр Арбаты» ҡала халҡы өсөн ысын байрамға әүерелде. Унда бик күп кеше ҡатнашты. Бындай саралар ҡалабыҙҙа матур йолаға әүерелер, тип ышанам. Улар һәр миҙгелдә лә актуаль.