6 декабрь, Шишәмбе

27 август 2012 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районында булды

автор: «Башинформ»

24 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Баймаҡ ҡалаһы һәм районында булды, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Баймаҡта республика башлығы «Башҡорт деликатестары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие быйыл асылған, уны төҙөүгә инвесторҙар 140 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Бөгөнгө көндә предприятие 80 төр ит продукцияһы етештерә. Рөстәм Хәмитов изделиеларҙы етештереү технологияһы менән танышты. «Башҡорт деликатестары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте продукцияһы Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Учалы, Сибай ҡалаларына һәм Урал аръяғы райондарына поставкалана.

Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Президенты «Баймаҡ ҡойоу-механика заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды, унда яңы ҡорос ҡойоу цехын ҡараны. Дөйөм суммаһы 110 миллион һум тәшкил иткән проект 2013 йылда тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ. Предприятие етәкселеге яңы производство асыу тураһындағы пландары менән бүлеште. Һүҙ тимер юл транспорты тәгәрмәстәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү хаҡында бара. Проект ҡиммәт тора, әммә уның киләсәге өмөтлө. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне тикшереп, уны хәл итергә ярҙам итәсәген белдерҙе.

Башҡортостан Президентын ҡаланың уртаһында урынлашҡан быуа мәсьәләһе менән дә таныштырҙылар. Бығаса ул элекке баҡыр иретеү заводы ҡарамағында булған. Быуа ныҡ ләмләнгән. Урындағы властар уны таҙартып, бында ял зонаһын ойошторорға планлаштыра. Республика етәксеһе был тәҡдимде хупланы.

Ҡуянтау ауылында Башҡортостан Президенты бонкротлыҡ сигендәге «Баймаҡ» фәнни-производство берекмәһе ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Уның төп эшмәкәрлек йүнәлештәре – үҫемлекселек, малсылыҡ һәм элиталы орлоҡсолоҡ. Хеҙмәткәрҙәр билдәләүенсә, предприятиеның хәлен яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар. Бының өсөн милек формаһын алмаштырыу зарур, сөнки «Баймаҡ» фәнни-производство берекмәһе яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ойоштороусыһы булып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты сығыш яһай. Рөстәм Хәмитов предприятиены һәм уның хеҙмәт традицияларын һаҡлап ҡалыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Предприятие республиканыҡы булырға тейеш», – тине Башҡортостан Президенты.

Шул уҡ ауылда Рөстәм Хәмитов ике ҡатлы йорттарҙың береһендә булды, унда ҡаҙанлыҡҡа ремонт эшләнгән. Хәҙер 11 йортта йәшәгән кешеләрҙең фатирҙарында индивидуаль йылытыу приборҙары урынлаштырылған, был, әлбиттә, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.

Бынан һуң республика башлығы Ҡуянтауҙағы яңы мәктәп төҙөү барышы менән танышты, ул 108 урынға иҫәпләнгән. Белем биреү учреждениеһы авария хәлендә тип танылғас, уның урынында яңы ике ҡатлы бина төҙөргә ҡарар ителгән. Уны төҙөүгә республика бюджетынан 52 миллион һум аҡса бүленгән.

Ниғәмәт ауылында Рөстәм Хәмитов яңыраҡ реконструкциянан һуң асылған Мәҙәниәт йортонда булды.