4 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2012 йыл, 9:14

14 сентябрҙә Өфөлә II «Сәләм-2012» республика сыуаш йыры һәм бейеүе фестивале үтә

автор: Марина Шумилова

14 сентябрҙә Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге паркында II «Сәләм-2012» республика сыуаш йыры һәм бейеүе фестивале үтә. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, төбәктең Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте сығыш яһай.

Фестивалдә үҙешмәкәр башҡарыусылар, вокаль, фольклор, инструменталь, театр коллективтары ҡатнаша ала. Сарала ҡатнашыу өсөн заявкалар 10 сентябргә тиклем 450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса БР Халыҡтар дуҫлығы йортонда (4-се офис) ҡабул ителә. Телефондар: 8-927-35-35-447, 8-927-084-80-36, 8-917-751-59-03, факс — 272-70-52.