Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға контракт суммаһы 72 миллион һум тәшкил итәсәк

Иҡтисад

2012 йылда Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 72 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Федераль бюджеттан – 66 миллион, республика бюджетынан 6 миллион һум бүленәсәк.

— Яҡын арала Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл техника һатып алыу тәртибен билдәләү тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйыуҙарын көтәбеҙ. Төбәккә бүленгән средстволарға 34 машина, шул иҫәптән УАЗдар, КАМАЗдар, САЗдар, «Беларусь» тракторҙары, ДТ, шулай уҡ бер махсус бульдозер һатып алынасаҡ, — тип хәбәр итте Туймазы районында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү барышында БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.

2011 йылда федераль үҙәк янғын һүндереү техникаһы һатып алыуға Башҡортостанға 69 миллион һум аҡса бүлгәйне. Республика бюджетынан был маҡсаттарға дөйөм алғанда 68,4 миллион һум тотонолғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть