Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары 980 мең һумлыҡ федераль грантҡа эйә булды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары 2009-2013 йылдарға «Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә гранттар биреүгә конкурста еңеп сыҡты.

Филология фәндәре докторы, рус филологияһы кафедраһы профессоры, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Флүзә Фәтҡуллина етәкселегендәге проект 980 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Йүнәлеше — «Филология фәндәре һәм сәнғәт фәне өлкәләрендә фән докторҙары етәкселеге аҫтында ғалимдар төркөмдәре менән үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә ярҙам». Был хаҡта Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

«Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» программаһы ғилми-белем биреү үҙәктәрендәге тикшеренеүҙәрҙе, Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары етәкселегендәге эштәрҙе, йәш ғалимдар һәм аспиранттар менән үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙе финанслауға йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть