4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2012 йыл, 14:13

Башҡортостанда «500 ферма» программаһы буйынса субсидиялар биреү тәртибе раҫланды

автор: Арина Рәхимҡолова

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында БР бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе һәм субсидия ставкалары раҫланды. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Раҫланған документҡа ярашлы, субсидиялар 2012 йылдың 1 ғинуарынан һуң тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға программа сиктәрендә финанс ярҙам күрһәтеү маҡсатында бирелә. Был средстволарҙы аграрийҙар орлоҡ, мал аҙығы, ауыл хужалығы техникаһы, тоҡомло йәш мал һатып алыуға, төҙөлөш-монтажлау эштәре өсөн түләүгә тотона ала.

БР Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтындағы «500 ферма» бүлегендә документ менән яҡынданыраҡ танышырға була.