3 декабрь, Шәмбе

24 август 2012 йыл, 11:54

Төбәк башлығы «Мин - граждан» форумында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» балалар сәләмәтләндереү лагерында үткән «Мин — граждан» форумында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Президент билдәләүенсә, бөгөн кадрҙар эшендә айырыуса баҫым йәштәргә яһала. Һорауҙарҙың береһе толерантлыҡҡа, татыулыҡҡа бәйле булды. Президентҡа «Башҡортостанда медиация үҫешен нисек күрәһегеҙ?» тигән һорау бирелде. Рөстәм Хәмитов, теге йәки был бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә мин үҙем йыш ҡына медиатор булып сығыш яһайым, тип яуап бирҙе. Мәсьәләне тыныс хәл итергә тырышырға кәрәк, тип иҫәпләй Президент.

Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән ҡыҙ эшһеҙлек мәсьәләһен ҡуҙғатты. Рөстәм Зәки улы бының Ағиҙел өсөн генә хас булмауын билдәләне. Бөгөн республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле алты проценттан ашып китә. Бынан тыш, Башҡортостанда йәшәгән 150 мең кеше республиканан ситтә эшләй. Быларҙың барыһы ла кире күренештәр тыуҙыра: төбәктә эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар, шулай уҡ квалификациялы белгестәр етешмәй. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был йәһәттән ул йәштәргә ҙур өмөт бағлай. Ағиҙелгә килгәндә иһә, был мәсьәлә әлеге ваҡытта тикшерелә, унда яңы производстволар булдырыу зарур.

Президент менән аралашыу барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Форумда ҡатнашыусылар проект әҙерләгән, ул торлаҡ менән бәйле булған барлыҡ һорауҙарҙы бер урынға туплаған электрон ресурс булдырыуҙы күҙ уңында тота. «Башҡортостан Республикаһының барлыҡ йорттары» сайтында йәштәр дөйөм йорт иҫәп-хисап приборҙары күрһәткестәренән алып, участковыйҙар менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәттәргә тиклем төрлө белешмә материал урынлаштырырға тәҡдим итте. Был идея Президентҡа оҡшаны.

— Халыҡты хәстәрләү торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан башланырға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы һәм проектты вице-премьер Сергей Афонинға тапшырырға вәғәҙәләне.

Спортты үҫтереү, бала майҙансыҡтарын төҙөкләндереү һәм уларҙы спорт ҡорамалдары менән тәьмин итеү мәсьәләләрендә йәштәр үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим итте, сөнки, уларҙың фекеренсә, тема етди иғтибар бүлеүҙе һәм тиҙ арала саралар күреүҙе талап итә. Президент йорт алды ихаталарын төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге менән килеште. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, бөгөн иғтибарҙы бер нисә спорт төрөнә йүнәлтеп, финанслау системаһын ҡайтанан ҡарау зарур. Шулай уҡ аралашыу барышында Президент демография мәсьәләһенә туҡталып, тыуымды арттырыу өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов, теге йәки был мәсьәлә буйынса мине йәштәрҙең фекере ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләне. Ошоға бәйле бындай осршыуҙарҙы ул йылына бер тапҡыр түгел, ә йышыраҡ ойошторорға тәҡдим итте.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев аралашыу һөҙөмтәләре буйынса рекомендациялар әҙерләргә тәҡдим итте, уның фекеренсә, улар киң йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡ буласаҡ. Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.