4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2012 йыл, 9:55

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостанда юғары ҡаҙаныштар спорты булырға тейеш

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 23 августа Лондонда XXX Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Григорий Андреев, йөҙөү буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Антон Анчин, фехтование буйынса спорт мастеры Артур Әхмәтхужин, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Елена Савельева һәм еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Лилиә Шобухова булды.

— Барыһы ла планға ярашлы килеп сыҡмаһа ла, сығыштар тәжрибәһенән һығымта яһарға кәрәк. Хаталарҙы танып, тикшереп, алға табан барасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент билдәләүенсә, юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтергәндә яйға һалынған система кәрәк – финанслау, инфраструктура, тренерҙар составы.

— Һуға торған спорт төрҙәре, еңел атлетика, йөҙөү, фехтованиены үҫтереү зарур, Олимпия уйындарына индерелгән барлыҡ спорт төрҙәре буйынса иң яҡшылары булып булмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, тәү сиратта тренировкалар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк.

— Республикала юғары ҡаҙаныштар спорты юҡ, барыһы ла тарҡалған килеш. Беҙҙең спортсылар тренировкалар үткәреп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алһын өсөн, средстволар һәм мөмкинлектәр табыу зарур. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының яңы урынбаҫары, тәжрибәле спортсы Павел Мөслимов хәлде яйға һала алыр, тип ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.