8 декабрь, Кесе йома

23 август 2012 йыл, 18:24

Иртәнге «Сәләм» телеканалы Башҡортостан райондары буйлап сәйәхәт итә башлай

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» телеканалы республика райондары буйлап сәйәхәт итә башлай.

24 августан башлап иртәнге тура эфирҙа алып барыусылар Фаягөл Дәүләтйәрова һәм Дмитрий Каретко яҡташтарын республиканың төрлө төбәктәренән сәләмләйәсәк.

Ижади төркөм 24 августа – Ғафури районында, 28 августа — Әлшәй районында, 29 августа – Миәкә районында, 30 августа – Шаран районында һәм 31 августа Ҡалтасы районында эшләйәсәк.

БЮТ тамашасылары ауыл халҡы тормошоноң һуңғы яңылыҡтарын беләсәк, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышасаҡ.

Акция сиктәрендә республика халҡы Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы тарихына үҙ өлөшөн индерә аласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы нигеҙендә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы булдырыла.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән компанияның www.tv-rb.ru сайтында танышырға була.