5 декабрь, Дүшәмбе

23 август 2012 йыл, 18:02

Төбәктә яҙғы сәсеүгә 250 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә 250 мең тонна орлоҡ әҙерләгән, планға ҡарата был 85 процент тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытҡа ун биш райондың хужалыҡтары орлоҡ әҙерләү буйынса планды уңышлы үтәгән. Ә Балтас һәм Илеш районы хеҙмәтсәндәре планды арттырып үтәгән.

Республиканың страховка фондына 20 мең тонна иген һалынған, планға ҡарата был 44 процентҡа тиң. Был күрһәткес буйынса тейешле норманы ун районда үтәгәндәр. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙар күсмә фондҡа ла орлоҡ әҙерләй. Унда 44 мең тонна (77 процент) орлоҡ һалынған. Республиканың 25 районында күсмә фондҡа орлоҡ әҙерләү тулыһынса тамамланған. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтарын әҙерләү буйынса ла эштәр алып барыла. Улар 61 процентҡа үтәлгән.