4 декабрь, Йәкшәмбе

23 август 2012 йыл, 17:39

Республикала иң яҡшы төҙөлөш ойошмаһы исеменә конкурста еңеүселәр билдәләнде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге ярты йыллыҡҡа республиканың төҙөлөш ойошмалары араһында ярыштарға йомғаҡ яһаны. Иң яҡшы предприятие тип Күмертауҙың «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте танылды. Икенсе урында – «Востокнефтезаводмонтаж» Өфөнөң 1-се монтажлау фирмаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, өсөнсө урында — «Востокнефтезаводмонтаж» механизациялау идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Еңеүселәр ведомствоның почет грамотаһы менән наградланды, уларға «Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексын үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» күсмә вымпелы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Конкурс һәр ярты йыллыҡ һайын үткәрелә, ул төп иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса иң яҡшы төҙөлөш ойошмаларын асыҡлай.