Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә

Иҡтисад

Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Был хаҡта Ҡазанда үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак хәбәр итте. Башҡортостандан тыш, юғары әҙерлек кимәле Татарстанда һәм Түбәнге Новгород өлкәһендә билдәләнә.  

Республика энергетиктары электр тапшырыу линияларына, быу ҡаҙандарына, быу турбиналарына капиталь ремонт үткәргән. Шулай уҡ «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 220 мең километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәрен, шул иҫәптән 9691 километр магистраль селтәрҙәрҙе ремонтлаған.

— Башҡортостандың энергетика системаһы объекттарында ремонт эштәре графикка ярашлы үткәрелә, — тине «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Кремер. – Ҡаралған сараларҙың тулы күләмендә башҡарылыуы, шулай уҡ компанияның 2012-2013 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона әҙерлек паспортын ваҡытында алыуы беҙгә көсөргәнешле осорҙа штат режимында эшләргә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть