8 декабрь, Кесе йома

23 август 2012 йыл, 14:58

Ирек Ялалов Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе айҡанлы комментарий бирҙе

автор: Арина Рәхимҡолова

22 августа Рәсәй Федерацияһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡатнашыусыһы статусын алды.

Ошоға бәйле Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов комментарий бирҙе:

– Беҙҙең ил 20 йыл буйына тиерлек был хоҡуғына иреште. Был ваҡиғаны оҙайлы ваҡытҡа кисектереү Рәсәйҙе көслө конкурент итеп күреүҙәре хаҡында һөйләй. Әммә дөйөм Рәсәй кимәленән ҡалаға әйләнеп ҡайтҡанда, Өфөнөң иҡтисади хәленә бәйле ҡайһы бер шиктәр ҙә килеп тыуа.

Мәҫәлән, ауыл хужалығы өлкәһендә республика үҙгәрештәр тоймаясаҡ. Моторҙар эшләү кеүек юғары технологиялы производстволарҙың иҡтисади хәленә лә сауҙа ойошмаһына инеү йоғонто яһамаясаҡ, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡатнашыусыһы статусы республикаға һәм, ғөмүмән, илгә импорт тауарҙар ҡайтарылышы йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Ойошмаға инеү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләргә иртәрәк әле. Әммә иҡтисади хәлдә айырыуса насар үҙгәрештәр күҙалланмай. Киреһенсә, халыҡ ыңғай үҙгәрештәр генә тойор, тип уйлайым. Республика етештереүселәренә һөҙөмтәлерәк эшләргә тура киләсәк. Хәҙер сәнәғәт үҫешенең бер генә юлы бар – производствоны донъя стандарттары кимәленә күтәреү, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы.