Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә Киң коммуникациялар буйынса эксперттар советы булдырылды

Йәмғиәт

Киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген оптималләштереүҙә Киң коммуникациялар буйынса эксперттар советы ярҙам итәсәк. Уны булдырыу тураһындағы бойороҡҡа Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә ведомство сайтында.

Был кәңәшләшеү-консультация биреү органы була. Уның ҡарарҙары тәҡдимдәр һәм рекомендациялар рәүешендә ғәмәлләштереләсәк. Советтың төп бурыстары иҫәбендә — киң коммуникациялар һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә РФ ҡануниәтен ҡулланыу, был өлкәлә ҡануниәт үтәлешен тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр һәм рекомендациялар әҙерләү.

Эксперттар советы составына һөнәри берләшмә, йәмәғәт ойошмалары һәм фәнни даирә вәкилдәре инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть