6 декабрь, Шишәмбе

23 август 2012 йыл, 12:52

Төбәк башлығы «Мин - граждан» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

автор: Людмила Терновая

23 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» балалар сәләмәтләндереү үҙәгендә үткән «Мин — граждан» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Республика башлығы форумдың биш белем биреү майҙансығы менән танышты. «Волонтерлыҡ» майҙансығында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов был теманың көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм, мәрхәмәтлек тормошобоҙға тәрәнерәк үтеп инергә тейеш, тип билдәләне.

Барлыҡ майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, республика Президентының форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуы үтте.

— Һеҙҙе ниндәй пландар һәм проекттар ҡыҙыҡһындырыуын белер өсөн ҙур теләк менән һеҙгә ҡунаҡҡа килдем, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мин һеҙгә көнләшеп ҡарайым, сөнки һеҙ нимә теләйһегеҙ, шуны әйтә алаһығыҙ. Һәм был дөрөҫ, һеҙҙең йәштә шулай булыу кәрәк.

Башҡортостан Президенты йәштәргә республиканың социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне, артабан осрашыу һорау-яуап форматында дауам итте.

Сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.

Белешмә өсөн. «Мин — граждан» йәйге йәштәр форумы республикала «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйыл йәштәр форумының статусы күтәрелде, ул Волга буйы федераль округы кимәлендә үткәрелә.