4 декабрь, Йәкшәмбе

23 август 2012 йыл, 11:58

Өфө уҡытыусылары август кәңәшмәһен үткәрҙе

автор: Эльмира Сабирова

22 августа «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән август кәңәшмәһендә Өфө уҡытыусылары мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм проблемалар хаҡында һөйләште. Атап әйткәндә, мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү, яңы мәғариф стандарттарына күсеү, заманса мәктәп инфраструктураһын булдырыу, һәләтле балалар менән эшләүҙе камиллаштырыу, йәш белгестәргә ярҙам итеү, үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы.

Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова бала баҡсалары мәсьәләһен ҡуҙғатты. Был йүнәлештә ул ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне. Шулай итеп, үткән уҡыу йылында 4 элекке мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биналары муниципаль милеккә кире ҡайтарылған, 6 яңы бала баҡсаһы төҙөлгән, өҫтәмә рәүештә 22 төркөм асылған. Һөҙөмтәлә ҡалала 2090 өҫтәмә урын булдырылған. Бөгөн баш ҡалала йәмғеһе 242 бала баҡсаһы эшләй. Бынан тыш, Өфөлә шәхси бала баҡсалары селтәре булдырылған.

Йәнә бер мөһим тема – Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре. Быйыл имтихандарҙы мәктәп уҡыусыларының 98 проценты тапшыра алған. 11 класс уҡыусылары араһында БДИ буйынса уртаса балл 58,3 тәшкил иткән. Әммә, Елена Хаффазова билдәләүенсә, икенсе күрһәткес – имтихандарҙы тапшыра алмаған уҡыусыларҙың һаны – Өфөлә насар уҡыған балалар һанының артыуы тураһында һөйләй.

Финанс средстволарын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыу мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Елена Хаффазова иҫәпләүенсә, белем биреү учреждениеларында, уҡытыусыларҙан тыш, идара итеүсе һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр һанының артыуы бының төп сәбәбе булып тора.

Шулай уҡ «башланғыс мәктәп-бала баҡсаһы» тибындағы учреждениеларҙа ла сығымдар нормаға ҡарағанда күберәк була. 2006 йылдан алып Өфөлә 13 башланғыс мәктәп-бала баҡсаһының 9-ы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде. Алдағы йылда йәнә өс бындай учреждениены шундай уҡ үҙгәреш көтә. Был үҙгәртелгән бала баҡсаларында 280 урынға иҫәпләнгән өҫтәмә төркөмдәр асырға һәм һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы оптималләштерергә мөминлек бирәсәк.