Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала 2012 йылда уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

23 августа Өфөлә юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә. Унда 30-ҙан ашыу эш тәҡдим итеүсе, йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре, алдынғы кадрҙар агентлыҡтары һәм эшкә урынлаштырыу буйынса махсуслашҡан киң мәғлүмәт саралары ҡатнашасаҡ. Улар меңдән ашыу вакантлы урын тәҡдим итәсәк.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә ҡатнашыусылар ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендәге вакансиялар банкы менән, шулай уҡ юрист һәм психолог кәңәштәре менән файҙалана аласаҡ. Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

2012 йылда уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн вакансиялар йәрминкәһе Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә.

Башлана – 10.00 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть