10 декабрь, Шәмбе

22 август 2012 йыл, 19:00

Өфөлөләр Чечняла һәләк булған полиция хеҙмәткәрҙәрен һуңғы юлға оҙатты

автор: Ольга Мортазина | фото: Мирон Доровских

22 августа Өфөлә Чечен Республикаһында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған полиция капитаны Юрий Алексеев, полиция өлкән лейтенанты Илшат Ильясов, полиция прапорщигы Риф Абдуллин һәм полиция өлкән сержанты Ринат Мостафин менән хушлашыу үтте. 17 августа полиция хеҙмәткәрҙәре контроль-үткәреү пунктынан ҡайтып барышлай көслө ҡораллы һөжүмгә юлыға. Һөҙөмтәлә йыйылма отрядтың дүрт хеҙмәткәре һәләк була.

Көн элгәре хәрби-транспорт самолеты мәйеттәрҙе Өфөгә алып ҡайтты. Бөгөн «Динамо» стадионында хәрбиҙәр менән хушлашыу үтте. Улар менән хушлашырға һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ эске эштәр органдары, республика Хөкүмәте, мосоломан һәм православие руханиҙары вәкилдәре килде.

— Был афәтте аңлатыр өсөн һүҙҙәр табыу бик ҡыйын, — тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Хеҙмәткәрҙәр яҡшы әҙерлекле ине, үҙҙәренең бурысын аҙағынаса үтәне. Уларҙың балалары, дуҫтары ҡалды, беҙ ҡалдыҡ. Һәм беҙҙең бурыс – уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, республика был бурысты тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Башҡортостан Президенты, Дәүләт Йыйылышы, Хөкүмәт исеменән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға рөхсәт итегеҙ.

БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1995 йылдан алып Чечен Республикаһында хеҙмәт командировкаларында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының 5 меңдән ашыу хеҙмәткәре булған, был ваҡыт эсендә 20 кеше һәләк булған.

Һәр полиция хеҙмәткәре тыуған районында ерләнә. Юрий Алексеевты – Ҡалтасы районының Ҡалмыябаш ауылында, Илшат Ильясовты – Ғафури районының Үзбәк ауылында, Ринат Мостафинды – шул уҡ райондың Родина ауылында, Риф Абдуллинды Әлшәй районының Ярташлы ауылында һуңғы юлға оҙаттылар.