6 декабрь, Шишәмбе

22 август 2012 йыл, 18:12

БДПУ студенттары Паралимпия уйындарында сығыш яһаясаҡ

автор: Эльмира Сабирова

29 августан 9 сентябргә тиклем Великобританияның баш ҡалаһында үтәсәк XIV йәйге Паралимпия уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 16 спортсы сығыш яһаясаҡ. Улар еңел атлетика, йөҙөү һәм фехтование буйынса көс һынашасаҡ. Улар иҫәбендә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары – физик культура факультетының бишенсе курс студенты Оксана Савченко һәм ошо уҡ факультет аспиранты Александр Неволин-Светов бар.

Спортсылар Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында бер генә тапҡыр еңеү яуламаған. Оксана Савченко 2008 йылғы Паралимпиадала өс алтын миҙал яулап, өс донъя рекордын ҡуйған.