6 декабрь, Шишәмбе

22 август 2012 йыл, 17:56

БР Ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙарҙан дәүләт ярҙамы алыуға ғаризалар ҡабул итә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы төбәктең агро-сәнәғәт комплексы ойошмаларынан дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башланы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаризалар һәм барлыҡ тейешле документтар 22 августан 22 сентябргә тиклем республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә.

Дәүләт ярҙамы Башҡортостан Республикаһы Президентының «БР агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында»ғы Указына ярашлы күрһәтелә.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Министрлыҡтың рәсми сайтында урынлаштырылған. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8(347) 273-24-23.