Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәк башлығы мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереү буйынса эш төркөмөн булдырҙы

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереү өлкәһендә тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эш төркөмөн булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, эш төркөмөнә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш планын әҙерләргә һәм раҫларға, дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә БР мәғлүмәт технологиялары индустрияһына ярҙам фондын булдырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә, шулай уҡ Төбәктә мәғлүмәт технологиялары индустрияһын үҫтереү концепцияһын әҙерләү буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк.

Бойороҡ үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть