6 декабрь, Шишәмбе

22 август 2012 йыл, 17:16

Рөстәм Хәмитов «Өфө» аэропорты директорын эшенән бушатыуҙы талап итте

автор: «Башинформ»

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында инвалид пассажирҙарға ихтирамһыҙ мөнәсәбәт күрһәтәләр, унан да бигерәк уларҙың хоҡуҡтары менән иҫәпләшмәйҙәр. Сираттағы бындай хәл 18 августа, Өфөлә йәшәүсе Светлана Мостафина Мәскәүҙән инвалид балаһына операция яһатып ҡайтып килгәнендә була («Трансаэро» авиакомпанияһының 151-се рейсы).

Бала инвалид коляскаһында хәрәкәт итә. Табиптар уға ултырырға рөхсәт иткән, әммә баҫып торорға һәм атлап йөрөргә ярамай. Мәскәүҙә самолетҡа ултырғанда «Трансаэро» компанияһының бортпроводниктары Светлана Мостафинанан колясканы алып ҡалып, уны Өфө аэропортында самолеттан төшкәндә кире ҡайтарып бирергә вәғәҙәләгән. Әсә кеше колясканы багажға тапшырмауҙарын һораған, сөнки, ғәҙәттәгесә, Өфө аэропортында уны багаж менән ҡуша ғына бирәләр. Быға ҡарамаҫтан, самолеттан төшкәндә Светлана Мостафинаға колясканы бирмәгәндәр. Бортпроводниктар, колясканы багаж менән ҡуша бирәсәктәр, тип аңлатҡан һәм баланы багаж биреү пунктына үҙаллы алып барырға тәҡдим иткән.

Тейешле урынға килеп еткәс, Светлана Мостафина улын креслоға ултыртып, багаж артынан киткән. Был ваҡытта бала иҙәнгә ҡолап, башы менән бетон иҙәнгә бәрелгән. Һөҙөмтәлә баланың аяғында операция эшләнгән урындарҙың береһендә гематома барлыҡҡа килгән.

Ҡатындың һүҙҙәре буйынса, смена етәксеһе – аэропорт хеҙмәткәре Усманов яҙма ялыуҙы ҡабул итеүҙән баш тартҡан һәм үҙенең хеҙмәттәше Ивановты саҡырған. Инвалид коляскаһын кире биреү өсөн, аэропорт хеҙмәткәрҙәренә ике ҡатҡа түбән төшөргә кәрәк, был хеҙмәткәрҙәр өсөн мәшәҡәт өҫтәй, тип аңлатҡан ул.

Светлана Мостафина, бындай хәл «Өфө» аэропортында ғына була, тип ышандыра. Ошондай уҡ хәл Евгений Трубачев менән дә булған. Уға ла самолеттан төшкәнендә инвалид коляскаһын бирмәгәндәр. Был хәл ижтимағи сағылыш тапҡас, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты менеджменты, пассажирҙарҙы уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелде, тип отчет яһаған. Әммә, быға ҡарамаҫтан, аэропорт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә ялыуҙар туҡтамай.

Светлана Мостафина, зыян күргән инвалид бала Иван Чигасовтың әсәһе, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткән.

Ошоға бәйле БР Президентының матбуғат хеҙмәте киң мәғлүмәт саралары өсөн белдереү таратты. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:

«Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты хеҙмәткәрҙәренә ялыуҙар йыш килә, улар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, ололарға, бәләкәй балалы пассажирҙарға ҡарата ҡаты һәм кешелекһеҙ мөнәсәбәттәргә бәйле. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең тейешле хеҙмәттәренә аэропорт вокзалы комплексы территорияһында граждандарҙың хоҡуҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдырыу осраҡтарын тикшерергә ҡушты. Республика башлығы Өфө аэропортының генераль директоры Рәмил Тимерғәзинды яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, аэропорт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамға мохтаж пассажирҙар менән эшләүен ойоштора белмәгәне һәм теләмәгәне өсөн эшенән бушатыуҙы талап итте. Президент билдәләүенсә, уның өсөн транспорт предприятиелары эшмәкәрлегендә иң мөһиме – кешеләргә ҡарата ғәҙел һәм ихтирамлы мөнәсәбәт, унан һуң ғына – финанс һәм производство күрһәткестәре».