Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә Радио һәм телевидение музейы булдырыласаҡ

Йәмғиәт

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы нигеҙендә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы булдырыласаҡ. Унда телерадиопроизводство ҡомартҡыларын йыйыу, һаҡлау, тикшереү һәм музей ҡунаҡтарына күрһәтеү планлаштырыла.

Музейҙы ойоштороусылар элекке радиоалғыстар, телевизорҙар, уларҙың деталдәрен, радиотапшырыуҙар әҙерләгәндә файҙаланылған техник сараларҙы ҡабул итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, иҫке техниканы яңы аппаратураға алмаштырырға мөмкин. Әлегә музейҙа бер нисә элекке магнитофон, телевизор бар.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: музей булдырыу буйынса эш төркөмө — 8(347)292-59-89, телевидение студияһының ҡабул итеү бүлмәһе — 8(347)272-93-71, радиотапшырыуҙар студияһының ҡабул итеү бүлмәһе — 8(347)272-38-20. Һорауҙарҙы шулай уҡ shstrirb@tv-rb.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть