10 декабрь, Шәмбе

22 август 2012 йыл, 11:24

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда ете ай эсендә 10900 фатир сафҡа индерелгән, уларҙың дөйөм майҙаны – 990,5 мең квадрат метр. Был күрһәткес үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 112 процент тәшкил итә.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары ағымдағы йылдың ғинуар-июль айҙарында 214,6 мең квадрат метр торлаҡ күтәргән (2011 йылдың ғинуар-июль айҙарында – 167,7 мең квадрат метр). Шулай итеп, подряд ысулы менән төҙөлгән торлаҡты сафҡа индереү 28 процентҡа артҡан.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың ете айы эсендә ауыл ерендә — 491 мең, ҡалаларҙа 499 мең квадрат метр торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған.

Иң күп торлаҡ Өфөлә сафҡа индерелгән – 285 мең квадрат метр. Артабан Өфө (103,9 мең) һәм Бәләбәй (33,2 мең) райондары килә.

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында ғинуар-июль айҙарында торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Башҡортостан – икенсе урында, йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса дүртенсе урында тора.

темалар: төҙөлөш,торлаҡ