7 декабрь, Шаршамбы

22 август 2012 йыл, 10:48

Республиканың ауыл мәктәптәрендә умартасылыҡ дәрестәре индереләсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

1 сентябрҙән Башҡортостандың ауыл мәктәптәрендә белем алыусы балалар умартасылыҡ нигеҙҙәренә өйрәнә башлаясаҡ. Был дәрес мәктәп программаһына Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2011-2015 йылдарға Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы индерелә.

Әлеге ваҡытта уҡытыусылар Башҡорт дәүләт аграр университетында квалификация күтәреү курстарын үтә.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы Рәмилә Ишемғолова билдәләүенсә, балаларға яңы фән буйынса белем бирәсәк педагогтар төркөмө әлеге ваҡытта үҙҙәре белемдәрен арттыра.

Умартасылыҡ буйынса дәрестәр төбәктең 39 пилот мәктәбендә индереләсәк. Саралар планына ярашлы, уҡытыу процесын тормошҡа ашырыу өсөн умартасылыҡ бүлмәләрен һәм умарталыҡтар булдырыу ҡаралған. Мәктәптәр кәрәкле методик әҙәбиәт, әсбаптар һәм видеоматериалдар менән тәьмин ителәсәк.

Тәүге уҡытыусылар төркөмө өсөн курстар 25 авгусҡа тиклем дауам итеп, «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы иле» фестиваленә барыу менән тамамланасаҡ.