Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле башлана

Йәмғиәт

25-26 августа «Аҡбуҙат» ипподромы алдындағы асыҡ майҙанда йола буйынса «Баллы Башҡортостан» исемле умартасылыҡ продукттары йәрминкәһе үтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфөнөң ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова хәбәр итте.

1 сентябрь, Белем көнөндә ҡалала – Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда һәм «Пушкинский» сауҙа-сервис комплексы алдында йәнә ике бал йәрминкәһе үтә. Орджоникидзе районында саралар ике көн дауам итәсәк.

Йәшелсә йәрминкәләре Өфөлә 15 сентябрҙә башланып, һыуыҡтар төшкәнсе дауам итәсәк. Ноябрҙә һауа шарттары айҡанлы сауҙа итеү туҡтатылыр, моғайын. Йылдың һуңғы айында ауыл хужалығы етештереүселәре баш ҡалаға һатыу өсөн ит алып киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть