8 декабрь, Кесе йома

22 август 2012 йыл, 9:39

Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса Йылайыр ауылының янғындан зыян күргән халҡы өсөн яңы йорттар төҙөләсәк

автор: "Башинформ"

21 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары менән оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер Рәүф Ноғомановҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Йылайыр ауылының янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалған халҡы өсөн яңы йорттар төҙөргә ҡушты. Бынан тыш, янғындан зыян күреүселәр 30 мең һум күләмдә матди ярҙам аласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йылайыр ауылының Беренсе май урамында 19 августа сыҡҡан ҙур янғын һигеҙ шәхси йортто һәм йорт алды ҡаралтыһын юҡҡа сығарған. Һөҙөмтәлә 22 кеше, шул иҫәптән ете бала йортһоҙ һәм мөлкәтһеҙ тороп ҡалған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын балалар шуҡлығы арҡаһында сыҡҡан.