6 декабрь, Шишәмбе

21 август 2012 йыл, 14:21

Нуриман районында локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарға һәйкәл асылды

автор: Марина Шумилова

Нуриман районы Красная Горка ауылының Еңеү паркында локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарға һәйкәл асылды. Һәйкәл асыу тантанаһына Башҡортостандың бихисап ҡала һәм райондарынан ветерандар килде.

Тантаналы сарала Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Альберт Шаһиморатов, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов сығыш яһаны. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы билдәле йырсы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов ҡаршыланы.

Бынан һуң һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә «Һәләк булған Ватанды һаҡлаусы ғаиләһенә» почет билдәләре тапшырылды.

Һәйкәл асыуға ҡарата Нуриман районында һабантуй һәм төрлө спорт ярыштары ойошторолдо.