3 декабрь, Шәмбе

21 август 2012 йыл, 13:13

Башҡортостан йәш гвардиясылары лидеры Волга буйы федераль округында «Йәш Гвардия» координаторы булды

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның V съезында был йәмәғәт ойошмаһының Координация советы составына һайланды, шулай уҡ mger2020.ru порталында тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Йәш Гвардия»ның Волга буйы федераль округы буйынса координаторы итеп тәғәйенләнде.

«Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы вазифаһында ҡалып, Константин Канунников хәҙер Волга буйы федераль округында «Йәш Гвардия» төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә контроллек итәсәк.

— Миңә күрһәтелгән ышанысты аҡларға тырышасаҡмын, — тип белдерҙе Константин Канунников. – Волга буйындағы йәш гвардиясылар командаһы миңә ярҙам итер, тип ышанам. Алда беҙҙе күп эштәр көтә. Әммә ҡуйылған барлыҡ маҡсаттар һәм бурыстар үтәлер, тип уйлайым, сөнки берҙәмлектә — көс!

Съезда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары, Дәүләт Думаһы вице-спикеры Сергей Неверов Константин Канунниковҡа һәм илдең йәнә ете йәш гвардиясыһына РФ Президентының һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Владимир Путиндың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан йәш гвардиясылары вәкиле «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның етәксе органдарына тәүгә инде.