7 декабрь, Шаршамбы

21 август 2012 йыл, 11:56

Әсғәт Ғүмәров «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән БР «Энергия ресурстарын транспортлау мәсьәләләре институты» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Әсғәт Ғүмәров «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды.

Билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы Әсғәт Ғәлимйән улы Ғүмәровҡа ошо көндәрҙә 75 йәш тулды.