10 декабрь, Шәмбе

21 август 2012 йыл, 11:24

Башҡортостан Президенты Өфө районының «Алексеевка» совхозында булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

18 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө районы буйлап эш сәфәре барышында «Алексеевка» совхозында булды. Бында төбәк башлығы йәшелсә үҫтереү һәм һөт продукцияһы етештереү технологиялары менән танышты, шулай уҡ ике мең башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ комплексын һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн профилакторийҙы ҡараны, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Совхозда ҡыяр, томат, еләк, бәшмәк, редис, борос, баклажан һәм башҡа культуралар үҫтерелә. Йыл һайын унда ябыҡ грунтта 14 мең тоннанан ашыу йәшелсә, асыҡ грунтта 9 мең тонна йәшелсә һәм картуф, 8,5 мең тонна иген, 20 мең тоннаға яҡын мал аҙығы, 7 мең тонна һөт етештерелә. Совхозда бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса иген таҙартыу комплексы, алты мең тонна игенгә иҫәпләнгән иген һаҡлағыс, ҡатнаш аҙыҡ заводы (етештереү ҡеүәте – тәүлегенә 48 тонна), тирмәндәр (етештереү ҡеүәте – тәүлегенә 24 тонна) бар.

Хужалыҡта 15 төр һөт продукцияһы етештереү буйынса цех эшләй. 2012 йылдың тәүге ярты йыллығында һөт етештереү күләме 3306 тонна тәшкил итте.

Совхозда 1,3 мең хеҙмәткәр эшләй, уртаса айлыҡ эш хаҡы — 18 мең һум.

Рөстәм Хәмитов совхозда булған агротехнологияларға юғары баһа бирҙе. Производствоны киңәйтеү предприятиены үҫтереү буйынса киләһе аҙым булып тора, тип билдәләне Башҡортостан Президенты. Бының өсөн совхозға өҫтәмә ер бүлеп биреү мәсьәләһен ҡарау планлаштырыла.

темалар: бр президенты