10 декабрь, Шәмбе

21 август 2012 йыл, 10:24

Рөстәм Хәмитов Өфөлә бал-һуған йәрминкәһендә булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

18 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бал-һуған ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды, сара Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында үтте, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Майҙанда Иглин районы хужалыҡтарының продукцияһы – ете тоннаға яҡын бал, 20 тонна йәшелсә, шулай уҡ ит, һөт һәм кондитер продукцияһы тәҡдим ителде. Йәрминкәлә йәмғеһе 120 сауҙа урыны ойошторолдо.

«Агри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Иглин районының һуған етештереү буйынса иң ҙур хужалығы) фермерҙары менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов, хужалыҡтағы бизнес-процестарҙы аңлау иҡтисадтың заманса үҫеш кимәленә тап килмәй, тип билдәләне. Башҡортостан Президенты хужалыҡ етәкселегенә производствоны киңәйтеү һәм төбәктәге иң яҡшы һуғанды һатыу буйынса ентекле бизнес план төҙөргә тәҡдим итте.

темалар: бр президенты