5 декабрь, Дүшәмбе

21 август 2012 йыл, 9:51

Республика менән Австрияның Kronospan компанияһы араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

17 августа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Kronospan Holdings East Ltd компаниялары төркөмө башлығы Питер Кайндл республикала ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү тураһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Килешеүгә ярашлы, яңы Kronospan производствоһы Башҡортостандың Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция етештерә башлаясаҡ.

— Башҡортостан Республикаһы был проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҙ өҫтөнә ҙур бурыстар ала, — тине Рөстәм Хәмитов документҡа ҡул ҡуйыр алдынан. – Завод төҙөләсәк майҙансыҡты инфраструктура менән тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ. Был проект беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн Башҡортостанда ағас эшкәртеүгә бәйле яңы этап башлана. Объект төҙөү сроктары үтә ҡыҫҡа, йыл ярымдан беҙҙә тулы ҡеүәтенә эшләгән предприятие булырға тейеш. Республика үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы тулыһынса үтәйәсәк, тип гарантиялай алам.

— Был проект ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн яҡшы стимул булып торасаҡ, тип ышанам, — тине Питер Кайндл. – Проектты тормошҡа ашырыу барышында яңы эш урындары булдырыласаҡ. Уны тейешле кимәлдә ғәмәлгә ашырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ.

Kronospan компанияһы етәкселеге яңы инвестицион майҙансыҡ булдырыу өсөн Рәсәйҙең бер нисә төбәген ҡараған. Башҡортостан иң яҡшы шарттар тәҡдим иткәнгә күрә, компания нәҡ беҙҙең төбәкте һайлаған. Бынан тыш, предприятие нигеҙендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса индустриаль парк булдырыу планлаштырыла. Бының өсөн республиканың Өфө районында яҡынса бер мең гектар ер бүленгән.