4 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2012 йыл, 17:23

Башҡортостандың 19 районында һунар итеү ваҡытлыса тыйыла

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер райондарҙың һунарсылыҡ биләмәләрендә йәйге-көҙгө осорҙа һунар итеүҙе тыйыу тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйҙы. Улар иҫәбендә — Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондары.

Урман фондында БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 7 авгусындағы бойороғо менән индерелгән айырым янғынға ҡаршы режим бөтөрөлгәнгә тиклем һунар итеү тыйыла.

Бойороҡ үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.