9 декабрь, Йома

17 август 2012 йыл, 16:46

Рәсәй Президенты Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр менән осрашты

автор: Марина Шумилова

Көн элгәре Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Рәсәй Федерацияһының 60-тан ашыу субъектынан Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр менән осрашты. Сарала Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов та ҡатнашты.

Осрашыуҙа закон кимәлендә омбудсмендарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыу, граждандарҙың социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, выждан һәм дин тотоу иреклеге мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр ителә РФ Президенты сайтында.

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил институты беҙҙең илдә 15 йыл элек булдырылды. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһындағы Федераль закон 1997 йылда ҡабул ителде. Был ваҡыт эсендә омбудсмен институты Рәсәйҙең 67 төбәгендә булдырылды. Был институт дәүләттең сәйәси структураһында мөһим урындарҙың береһен биләй. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Президенты билдәләүенсә, омбудсмен ниндәйҙер бер сәйәси партия менән бәйле булырға тейеш түгел һәм ул сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә алмай.

«Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеге, әлбиттә, һығылмалы булырға һәм төбәк үҙенсәлеген иҫәпкә алырға тейеш, уның дөйөм Рәсәй ҡануниәтенә нигеҙләнеүе мотлаҡ. Был ҡануниәттән ситкә тайпылырға ярамай», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.