8 декабрь, Кесе йома

17 август 2012 йыл, 15:47

Асҡын районында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусының шәжәрәһен өйрәнделәр

автор: Людмила Терновая

Асҡын районының мәҙәниәт йортонда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Зағафуран Ибраһимов нәҫеленә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, Асҡын халҡы, шулай уҡ республиканан һәм Рәсәйҙең бер нисә өлкәһенән килгән ҡунаҡтар шәжәрә, ғаилә альбомдарынан фотолар, ғаилә йылъяҙмалары менән танышты. Барлыҡ материалдар бер ырыуҙың тарихын сағылдыра, унда меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Телдән был шәжәрә яҡынса 15 быуат урталарына тиклем билдәле, ә документтар буйынса ул 17 быуатҡа тиклем өйрәнелгән.

2006 йылдан башлап районда башҡа шәжәрәләрҙе өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла, тип билдәләнеләр конференцияла. «Шәжәрә» һәм «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары был эшмәкәрлекте популярлаштырыуға булышлыҡ иткән.

Конференцияла ҡатнашыусылар артабан бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә тәҡдим итте. Район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары ҡунаҡтар өсөн матур концерт күрһәтте.