9 декабрь, Йома

17 август 2012 йыл, 14:24

Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы микрорайон төҙөләсәк

автор: Людмила Терновая

Баш ҡаланың Дим районындағы Ухтомский, Дағстан һәм Магистраль урамдары менән сикләнгән территорияны планлаштырыу проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары көн элгәре район мәктәптәренең береһендә үтте. Унда ҡала Советы депутаттары, ҡала һәм район хакимиәттәре вәкилдәре, проектлаусылар һәм микрорайонда йәшәүсе 170 кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

Тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән проект кварталды комплекслы үҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Унда 9-16 ҡатлы 15 яңы йорт төҙөү планлаштырыла. Проекттың баш архитекторы Ирина Свитская һүҙҙәренсә, үҫешкән инфраструктураның булмауы бөгөн был территорияның төп проблемаһы булып тора. Кварталда почта бүлексәһе, банктар, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары юҡ. Тәҡдим ителгән проект быларҙың барыһын да булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Квартал территорияһында 1200 балаға иҫәпләнгән мәктәп, 140 һәм 180 урынға иҫәпләнгән ике бала баҡсаһын, шулай уҡ спорт комплексын төҙөү планлаштырыла. Унда мәктәп уҡыусылары ғына түгел, микрорайонда йәшәүсе барлыҡ халыҡ шөғөлләнә аласаҡ.

Торлаҡ йорттар ер аҫты парковкалары менән тәьмин ителәсәк, улар 750 машинаға иҫәпләнгән. Бынан тыш, квартал территорияһында 350 машинаға иҫәпләнгән күп ҡатлы машиналар ҡуйыу урыны төҙөләсәк, йәнә 400 машинаны ер өҫтөндәге парковкалау урындарына ҡуйып буласаҡ.

Ихаталарҙа уйындар һәм балалар ялы өсөн майҙансыҡтар булдырыласаҡ. Яңы йорт фатирҙарының дөйөм майҙаны 65,4 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Кварталда яҡынса һигеҙ мең кеше йәшәйәсәк.

Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусыларҙың күпселеге проектты хупланы. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр проектлаусылар менән килешеп етмәй. Мәҫәлән, улар күп ҡатлы парковка урынын алмаштырыуҙы һорай, юғиһә ул «ҡыҙыл линияла» урынлашасаҡ.

Тыңлауҙар барышында барыһыла дөйөм фекергә килде: квартал йәшелләндереү йәһәтенән зыян күрмәҫкә тейеш. Бында йәшәүсе халыҡ үҙенең микрорайонын Өфөлә иң «йәшел»дәрҙең береһе тип иҫәпләй һәм уның шулай булып ҡалыуын теләй.

Проектлаусылар халыҡтың ҡала төҙөлөшө нормаларына ҡаршы килмәгән барлыҡ тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға ниәтләй.