Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Константин Канунников һәм Николай Самойленко «Йәш Гвардия»ның V съезында республика исеменән сығыш яһай

Сәйәсәт

17 августа Липецк өлкәһендә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның V съезы үтә. «Йәш Гвардия»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе исеменән ике делегат — «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко сығыш яһай.

Сарала меңдән ашыу кешенең, шул иҫәптән яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән «Йәш Гваридия»ға оҡшаш йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Съездың көн тәртибенә түбәндәге өс һорау индерелгән: «Йәш Гвардия» Уставының яңы редакцияһын раҫлау; ойошманың етәкселәр составын яңыртыу; «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның федераль проекттарын раҫлау.

26 июндән «Йәш Гвардия» сайтында яңы бит (forum.mger2020.ru/gvardeysk) булдырылғайны, унда теркәлгән һәр кеше 15 июлгә тиклем «Йәш Гвардия» эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәре буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала ине. Съезды ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, интернет менән ҡулланыусылар «Йәш Гвардия» Уставына 17-нән ашыу төҙәтмә индергән, ойошманың етәксе органдарына 50-нән ашыу кандидатура, шулай уҡ федераль статусҡа дәғүә иткән 70-тән ашыу төрлө проект тәҡдим иткән. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Константин Канунников — «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Волга буйы федераль округы буйынса координаторы вазифаһына өс кандидат иҫәбендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть