Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан йәштәре «Селигер ауазы-2012» форумына йыйылды

Йәмғиәт

«Селигер» бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусыларҙың өсөнсө төбәк форумы йома, 17 августа, «Энергетик» ял базаһында асыла. Үткән сараларҙан айырмалы рәүештә, ул уртаҡ идеяларҙы тормошҡа ашырыу, дәүләт программаларының һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында яңыса фекерләгән йәштәр менән власть органдары араһында диалог форматында үткәрелә.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форум барышында ҡатнашыусылар йәштәр проекттарына ярҙам итеү механизмдары, башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың уңышлы тәжрибәһе хаҡында мәғлүмәт туплап, проект үҫешенә булышлыҡ иткән бөтөнләй яңы эшлекле мөхит булдырыуға үҙ өлөшөн индерә аласаҡ.  

Һөҙөмтәләр буйынса йәш эшҡыуарҙар һәм новаторҙар берләшмәһенең эш программаһы әҙерләнәсәк, дәүләт власы органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү механизмдары билдәләнәсәк.

«Селигер ауазы-2012» үҙенең эшен 19 августа тамамлай.

Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Быуын көсө» («Сила поколения») эшҡыуарҙар һәм новаторҙар берләшмәһе сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть