4 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2012 йыл, 10:12

Төбәк аграрийҙары 1,4 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алған

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 78 процент майҙанда сабылған. Йәмғеһе 1,4 миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынған.

Көн элгәре яуып үткән ямғырҙар урып йыйыу эштәренең темптарын бер аҙ кәметкән. Уртаса уңыш элекке кимәлдә ҡалған – гектарынан 10,7 центнер.

Шул уҡ ваҡытта Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ райондары игенселәре урып йыйыу эштәрен тамамлаған. Стәрлетамаҡ районы уңыш буйынса ла иң юғары күрһәткестәргә эйә — гектарынан 15,2 центнер. Унда йәмғеһе 106,4 мең тонна иген йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.