8 декабрь, Кесе йома

17 август 2012 йыл, 9:52

Башҡортостан һәм Якутия ғалимдары хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште

автор: Арина Рәхимҡолова

Көн элгәре Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Яҡут ғилми үҙәге һәм Саха (Яҡут) Республикаһының Фәндәр академияһы араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек итеү тураһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

БР Фәндәр академияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, документ төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә берлектәге фундаменталь һәм ғәмәли ғилми тикшеренеүҙәрҙең һәм эшләнмәләрҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй.

Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Яҡут ғилми үҙәге Президиумы рәйесе Михаил Лебедев билдәләүенсә, әлеге килешеү фундаменталь фән өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә генә түгел, ә ғәмәли һөҙөмтәләр алыуға ла йүнәлтелгән. Уның һүҙҙәренсә, төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек итеүе ике республиканың да халыҡ хужалығы өсөн әһәмиәтле булған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк.

Бығаса хеҙмәттәшлек Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы менән Саха (Яҡут) Республикаһының Фәндәр академияһы араһындағы ике яҡлы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырылды.

БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин билдәләүенсә, фәндә сиктәр булырға тейеш түгел.

– Фәнни берләшмәләргә, уларҙың ниндәй системала эшләүенә ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә уртаҡ булған мәсьәләләрҙе бергә хәл итергә кәрәк, — тине Рәмил Бәхтизин.

Саха (Яҡут) Республикаһының Инновацион сәйәсәт һәм фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Любовь Явловская һүҙҙәренсә, субъекттарҙың актуаль мәсьәләләрен хәл итеүҙән тыш, килешеү йәш ғалимдарҙың хеҙмәттәшлек итеүенә лә старт бирәсәк.