10 декабрь, Шәмбе

16 август 2012 йыл, 17:25

Республика аграрийҙары ужым культураларын сәсеүгә төштө

автор: Арина Рәхимҡолова

Республика майҙандарында ужым культураларын сәсеү башланды. Әлеге ваҡытта 32 мең гектар (6 процент) сәселгән. Был эште ҡыҫҡа сроктарҙа башҡарыу зарур. Шуға күрә аграрийҙарға тәүлек әйләнәһенә сәсеү эштәрен ойоштороу тәҡдим ителә. Белгестәр шулай уҡ тик сифатлы орлоҡтар ҡулланырға кәрәклеген билдәләй. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ хужалыҡтары бындай орлоҡтар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгән. Ужым культураларын сәсеүҙе 6-8 көн эсендә тамамлау өсөн ауыл хужалығы предприятиелары шулай уҡ кәрәкле техника менән йыһазландырылған.

Ҡыйғы районында ужым культуралары яртылаш тиерлек сәселгән, Күгәрсен районы хеҙмәтсәндәре сәсеү эштәрен дүрт меңгә яҡын гектарҙа (33 процент) башҡарған. Шулай уҡ Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәсетле, Салауат, Яңауыл райондары хужалыҡтары ла уларҙан ҡалышмай.

Быйыл ужым культураларын сәсеүгә йәмғеһе 550 мең гектар бүлеү планлаштырыла. Уларҙан 100 мең гектар – ужым бойҙайы, 430 мең гектар – арыш, 20 мең гектар тритикале өсөн бүленә.