Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешен һаҡлап ҡаласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан бюджеты алдағы йылдарҙа үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлап ҡаласаҡ. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына, төрлө пособиелар түләүгә, медицина страховкаһына, халыҡты пенсия менән тәьмин итеүгә һәм граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа төрлө сараларға сығымдар өлөшө 70 проценттан ашыу тәшкил итәсәк.

БР Хөкүмәте ултырышында республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итеүенсә, 2013 йылда социаль йүнәлештәге сығымдар – 78,8 миллиард һум (дөйөм сығымдар суммаһының 71,6 прценты), 2014 йылда – 85,2 миллиард (73,7 процент), 2015 йылда 88,6 миллиард (75,8 процент) тәшкил итәсәк.

Дөйөм алғанда бюджеттың сығымдар өлөшө күләме 2013 йылда – 110 миллиард һум, 2014 йылда – 115,6 миллиард, 2015 йылда – 116,9 миллиард һум булыуы көтөлә.

Өс йыл дауамында сығымдар керемдәргә ҡарағанда күберәк буласаҡ. Шулай итеп, 2013 йылда БР бюджеты дефициты – 12,5 миллиард, 2014 йылда – 11 миллиард, 2015 йылда 10 миллиард һум тәшкил итәсәк. Уны ҡаплау сығанаҡтары: республиканың резерв фонды средстволары – йыл һайын яҡынса биш миллиард һум һәм банк кредиттары – 2013 йылда 8,5 миллиард һум күләмендә, 2014-2015 йылдарҙа тағы һигеҙешәр миллиард һум, тип хәбәр итте БР Финанс министрлығы башлығы.

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть