8 декабрь, Кесе йома

16 август 2012 йыл, 15:32

Марина Цветаеваның тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бәләбәй районында аллея булдырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

«Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите журналистары Марина Цветаеваның тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы 120 миләштән торған аллея булдырырға тәҡдим иткән. Уларҙың идеяһы Бәләбәй районы хакимиәтендә һәм Бәләбәй урман хужалығында хуплау тапҡан.

Аллея Өсән-Ивановка ауылында ултыртыласаҡ, ҡасандыр билдәле шағирә был ауылда булып киткән. Ағастарҙы сентябрҙә Халыҡ-ара Аксаков байрамы көндәрендә ултыртыу планлаштырыла.

темалар: хәтер