3 декабрь, Шәмбе

16 август 2012 йыл, 14:57

Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы итеп Фәнүр Туҡтаров тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

16 августа БР Стәрлебаш районы муниципаль район Советы ултырышында Фәнүр Туҡтаровты контракт буйынса Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Фәнүр Зөфәр улы Туҡтаров 1960 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуған. Юғары белемле, Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда «Осҡон» колхозында баш агроном булып башлай. 1988-1992 йылдарҙа – «Ашҡаҙар» колхозы рәйесе булып, 1992-1996 – «Спутник» холхозы рәйесе булып эшләй.

Төрлө йылдарҙа БР Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Стәрлебаш район ҡулланыусылар йәмғиәте идаралығы рәйесе, Өфө ҡалаһы Октябрь районында 59-сы торлаҡ эксплуатациялау участкаһы начальнигы, Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Октябрь районы муниципаль берәмеге башлығының беренсе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, «Йылға аша сығыу ҡулайламалары эксплуатация контораһы» муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы урынбаҫары, «Өфө граждандарҙы яҡлауы идаралығы» муниципаль учреждениеһының баш инженеры булып эшләй.

2011 йылдан әлегә тиклем Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм ҡала хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләне.