9 декабрь, Йома

16 август 2012 йыл, 14:14

Өфө VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрә

автор: Эльмира Сабирова

VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы хеҙмәткәрҙәре ярыштарҙа ҡатнашасаҡ спортсыларға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрә башланы. Уйындар 2013 йылдың февралендә Өфөлә асыла. Баш ҡаланың Физкультура һәм спорт буйынса комитеты матбуғат секретары Рената Байғужина хәбәр итеүенсә, саҡырыу ҡағыҙҙарын донъяның 64 иленән 250 ҡала вәкилдәре аласаҡ. Теркәлеү 30 сентябргә тиклем дауам итә.

Уйындар дирекцияһы «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.

— Бында көн һайын төрлө йүнәлештәр буйынса эш пландары әҙерләнә. Улар иҫәбендә — ҡала ҡунаҡтарын һәм спортсыларҙы ҡаршылау, уларҙы урынлаштырыу, ашатыу, волонтерҙар хәрәкәтенең эшмәкәрлеген ойоштороу, Уйындарҙы мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү, сувенир продукцияһын әҙерләү, — тип хәбәр итте Рената Байғужина.

Беренсе рәсми эш кәңәшмәһе үткәрелде лә инде, унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.

Дирекция етәксеһе, Өфөнөң Физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Сергей Степанов ойошма структураһы һәм уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

Бөгөнгө көнгә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының төп судьялар коллегияһы һәм һәр спорт төрө буйынса коллегиялар составы раҫланған. Уларҙың составына республика һәм ҡала спорт мәктәптәре етәкселәре ингән.