9 декабрь, Йома

16 август 2012 йыл, 12:34

Республика хужалыҡтарында һауым күләмдәре арта

автор: Арина Рәхимҡолова

Йыл башынан республикала 1 136 744 тонна һөт һауылған. Уларҙан 427285 тонна – ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермаларҙа, 709459 тонна шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һауылған. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл хужалыҡтар, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 30537 тоннаға күберәк һөт һауып алған.

Әлеге ваҡытта республиканың ете районы һауым буйынса өс меңлек сикте уҙған. Улар иҫәбендә — Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондары.

Төбәктә уртаса тәүлек һауымы бер һыйырҙан 11,5 кг тәшкил итә. Ауырғазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Саҡмағош райондары малсылары был күрһәткес буйынса лидерҙар иҫәбендә. Бында көнөнә бер һыйырҙан 14 килограмдан ашыу һөт һауалар.