4 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2012 йыл, 12:10

2015 йылға инвестициялар күләме Башҡортостанда икеләтә артасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда 2015 йылға тулайым төбәк продукты күләме 1,5 триллион һумға тиклем артасаҡ, төбәктең төп капиталына инвестициялар күләме 357 миллиард һумға етәсәк. Сағыштыру өсөн: 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса был һандар 960 миллиард һум һәм 185 миллиард һум тәшкил итә.

2015 йылда төп капиталға һалынған инвестициялар күләме, 2011 йыл менән сағыштырғанда, икеләтә артасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Васильев.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре фекеренсә, алдағы өс йылда республиканың иҡтисади үҫеш темптары уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ буласаҡ. Сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш бында төп роль уйнаясаҡ: тулайым төбәк продукты структураһында уларҙың өлөшө 50 проценттан ашыу тәшкил итәсәк.

2015 йылға ойошмалар табышының 163,6 миллиард һумға тиклем артыуы көтөлә. Министрлыҡ белгестәре иҫәпләүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеге йыл һайын алты процентҡа артып торорға тейеш.

Ҡулланыусыларҙың тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдары, шулай уҡ халыҡ килеме, шул иҫәптән эш хаҡы артасаҡ.

— Шулай итеп, көтөлгән макроиҡтисади параметрҙарҙың береһендә лә кире динамика күҙәтелмәй, — тине Александр Васильев.